Өфөлә «Волга буйы театрҙары» фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре спектаклдәре ҡуйлды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә «Волга буйы театрҙары» округ йәмәғәт фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре спектаклдәре тамашасы хөкөмөнә сығарылды.

Ярослав Стельмахтың «Хәтер» әҫәрен Бишбүләк районы мәҙәниәт һарайының «Кулиска» өлгөлө балалар театры сәхнәләштерҙе. Уның ҡуйыусы режиссеры Галина Алексеева. Талантлы режиссер постановкаһы аша үҫмерҙәр фашист концлагерына тотҡонлоҡҡа эләккән балалар булмышын сағылдыра. Был тамаша- спектакль ысын мәғәнәһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр михнәттәр татыған олоһо-кесеһе яҙмышына хөрмәт билдәһе.

Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының «Диалог» Халыҡ театры Галина Неволинаның «Хаттар өсөн адрес шул уҡ» әҫәрен сәхнәләштереп мәртәбәле конкурста еңеү яулаған. «Волга буйы тетрҙары» йәмәғәт проекты 2019 йылдан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле тәҡдиме менән үткәрелә. Был мәҙәни проект йәштәрҙе театр донъяһына ылыҡтырыу, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе формалаштырыу маҡсатын ҡуя.