Башҡортостандың ЗАГС бүлексәләрендә ике йөҙҙән ашыу пар теркәлде

Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, матур дата - 2023 йылдың 23 авгусында законлы никахҡа инеүселәр күп булды. Башҡортостандың ЗАГС бүлексәләрендә ике йөҙҙән ашыу пар теркәлде. «Именлек» республика геронтология үҙәгендә йәшәүсе ғаиләләр һаны ла берәүгә артты. Харьков өлкәһенән Башҡортостанға күсенеп килгән Екатерина Тендитная социаль учреждениела үҙ бәхетен осратҡан. Законлы никах теркәү тантанаһын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Мөхәббәт йәшәртә тиҙәр, алтмыш йәштән һуң да үҙ бәхетеңде осратырға була. Шул уҡ ваҡытта ЗАГС ишеген асыуға ла ҡыйыулыҡ талап ителә. «Именлек» республика геронтология үҙәгендә һигеҙенсе йыл йәшәгән Шерале Холов Екатерина Тендитная менән алты ай элек танышҡан. Ҡатын Харьков өлкәһендә өйөн ҡалдырып, тыныс тормош артынан Рәсәйгә килгән булған. Өфөләге социаль учреждениеға эләгеү тормошон сағыу төҫтәр менән биҙәй.

Өлкән йәштәге пар өҫтәл уйыны артында танышҡан. Ҡыҙыҡһыныуҙар, тормошҡа ҡараш уртаҡ булғанға күрә ҡауышырға ҡарар итәләр.

Ышаныслы аҙымдар менән алға. Өфөнөң Октябрь районы Загс бүлексәһендә яңы ғаилә барлыҡҡа килде. Балдаҡтар менән алышҡандан һуң, бәхетле пар вальста әйләнде, ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итте. Законлы никахтары менән уларҙы балалары, «Именлек» үҙәге хеҙмәткәрҙәре тәбрикләне. Екатерина Тендитная һәр ваҡыт Рәсәй өсөн янып йәшәгән.

«Именлек» республика геронтология үҙәгендә яңы ҡоролған ғаиләнең йәшәү шарттары ла яҡшыра.

Шаршамбы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ЗАГС тулы йәш парҙар ине. Күркәм дата булғанға, законлы никахҡа инеүселәр ҙә артҡан. Диана менән Влад Фәхретдиновтар ҙа ғаилә усағын тоҡандырҙы.

Һигеҙенсе ай - августҡа тура килгән матур датала Башҡортостан ЗАГС-тарында ике йөҙҙән ашыу пар законлы никахҡа инде, уларҙың күбеһе Өфөнән. «Һигеҙ сикһеҙлек билдәһен аңлата, шуға мөхәббәтебеҙ ҙә мәңгелек булыр», -тигән ҡарашта бәхетле парҙар.

Гөлназ Хәйбуллина