Быйыл мәҙәни сара икенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр фестиваль тик профессиональ белгестәрҙе берләштерһә, быйыл балалар ҙа йәлеп ителгән. «Ижад» күргәҙмә залында төрлө йәштәге кейеҙ баҫыусыларҙың әҫәрҙәрен күрергә мөмкин. Экспозицияла сағыу компзициялар ғына түгел, кейем-һалым, аксессуарҙар урын алған. Фествиаль күргәҙмә менән генә сикләнмәй.
Ай дауамында ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, лекциялар менән ҡыуандырасаҡ. Бынан тыш, фестиваль сиктәрендә коллектив Ҡорама кейеҙ баҫыу ҡаралған. Уны булдырыуға теләгән һәр кем өлөш индерә ала. Заявкаларҙы Vojlokfest@mail.ru электрон адрес буйынса ебәрергә мөмкин.