Евразия Олимпия комитетын ойоштороу планлаштырыла

Был турала Евразия Халыҡтары Ассамблеяһы Генераль советы һәм ойошманың Башҡортостандағы вәкиллеге йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Эшлекле осрашыу Республика менән идара итеү үҙәгендә үтте. Ассамблея эшмәкәрлегенең тәүмаҡсаты күп яҡлы хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһын үҫтереп, йәмғиәттә татыулыҡ булдырыу. Республикалағы вәкиллеккә килгәндә, ул ике йыл ярым элек ойошторолған, Башҡортостанды Евразия илдәренә сығарыу, мәҙәни-танып белеү, ғилми-тикшеренеү һәм нәшриәт эшмәкәрлеге алып барыу бурыстары ҡуйылған. Ултырыш сиктәрендә киләһе йылдарға саралар планы билдәләнде, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Евразия халыҡтары Ассамблеяһы етәкселеге урындағы вәкиллектең ҡеүәтле ойошма булыуын билдәләне.

Беҙ Евразия олимпия комитетын ойштороу тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Был башланғыс сәйәси-бизнес ынтылыштарҙан ситләшеүҙе күҙ уңында тота, тәү сиратта, Евразия, донъя халыҡтары мәнфәғәтендә эшләргә кәрәк.

Андрей Бельянинов, Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль секретары

Үзбәкстанда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы халыҡ дипломатияһы үҙәген етәкләйем. Башҡортостанға тәүге тапҡыр килдем. Һуңғы йылдарҙа ике республика араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығыуы күҙәтелә. Беҙҙә ҙур башҡорт диаспораһы бар, ойошмаға утыҙ йыл. Шуға күрә уртаҡ проекттар күп булыр тип ышанам.

Кабулжон Сабиров, Үзбәкстанда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының халыҡ дипломатияһы үҙәге директоры

Шулай уҡ осрашыуҙа Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының «Евразия тауышы» Халыҡ-ара музыкаль-телевизион конкурсын уҙғарыу башланғысы хупланды.