Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл урынлаштырыла

Дәүләт экспертизаһы проектты хупланы. Башҡортостандың беренсе президентына мемориал Ленин исемендәге паркта, ике фонтан араһында  була. Мортаза Рәхимов  һыны бронзанан ҡойола, бейеклеге 4 метрға яҡын була.  Композицияны Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәлдең   авторы - скульптор Салауат Щербаков  әҙерләй.