Башҡортостан халҡы тауыш биреү өсөн участканы Дәүләт хеҙмәттәре порталында билдәләй ала

6 сентябргә  тиклем  электрон  ғариза  тапшырырға  кәрәк.  Шәхси кабинетта  " Теркәлде" тигән статус алырға кәрәк. Тауыш биреү учаскаһының һайлау  округынан ситтә булмауы шарт.  10 сентябрҙә,  Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 7-се  саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  депутаттары һайлана.