112 мең квадрат метрлыҡ келәт комплексы Дим районында урынлаша. Ул М-5 федераль трассаһы янында була. Төҙөлөш 3 этапта алып барыла. Яңы объект иҡтисад үҫешенә ҡеүәт бирергә тейеш, продукцияны сауҙа урындарына өҙөклөкһөҙ еткереп тороу бурысы ҡуйыла, ти белгестәр. Логистика үҙәге бюджетҡа ла аҡса килтерәсәк. Йыл һайын 260 миллион һум һалым түләнергә тейеш була.