Шәмбе республика ҡалаларында «Кино төнө» акцияһы сиктәрендә фильмдар бушлай күрһәтеләсәк

Тамашасыға «Чебурашка» , «Вызов», «Праведник» кеүек ҙур кассалы фильмдар һәм башҡорт йәнһүрәттәре тәҡдим ителәсәк. Баш ҡалала кинолар Ағиҙел йылғаһы ярындағы амфитеатрҙа күрһәтелә. Мәҙәни сара республиканың 50 район һәм ҡалаларында уҙасаҡ.