Өфөнөң Зинин юл үткәргесе 98 процентҡа әҙер

Юлға асфальт түшәү тамамланған. Шулай уҡ яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Әле эшселәр юл ситтәренә гранит бордюр урынлаштыра, юлда һыҙаттар төшөрөүгә әҙерләй. Яңы юл үткәргестең оҙонлоғо 100 метрҙан ашыу. Транспорт 4 һыҙаттан хәрәкәт итә ала. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, юл үткәргесте сентябрь башында асыу ҡарала.