“Башҡортостан диңгеҙселәре ил һағында” тип аталған күсмә экспозиция Арктика һәм Антарктика музейында ойошторолдо. Унда хәрби диңгеҙселәргә арналған материалдар, уларҙың көнкүреш әйберҙәре, “Өфө” һыу аҫты кәмәһенең макеты тәҡдим ителә. Валериан Альбанов исемендәге музей Башҡортостандан сыҡҡан ҡотопсолар тураһында 3 йыйынтыҡ әҙерләгән. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Петербургта уҙған республика көндәренә старт бирелде. Диңгеҙселәргә бағышланған экспозиция 30 сентябргә тиклем дауам итә.