Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттары 889 миллион һумға финансланған

Был сумманың 600 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленгән, 140 миллионды район һәм ҡала  бюджеттары  өҫтәгән, ҡалған сумма -  бағыусылар һәм халыҡ  өлөшө. Быйыл  программаға  ярашлы, 700-ҙән ашыу  проект ғәмәлгә  ашырылған.  Уйын һәм спорт майҙансыҡтары, скверҙар, шишмәләр тәртипкә килтерелгән, юлдар төҙөкләндерелгән, һыу торбалары ремонтланған. Программа киләһе йылда ла ғәмәлгә  ашырыла.