Сибайҙа урамдар тағы яҡтыраҡ була

 Ҡала  хакимиәте яҡтыртыу системаһын яңыртыу  өсөн  200 миллион  һум бүлергә  әҙер.  Әле эште  башҡарасаҡ  компания асыҡлана. 8 ай  эсендә  5 меңдән ашыу  лампа  алмаштырылырға  тейеш.  Энергияны  һаҡсыл ҡулланыуға  өҫтөлөк бирелә.  Урамдарҙағы бөтә  фонарҙәр менән берҙәм диспетчер хеҙмәт идара итә.