Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды

Салауатта углеводород газдарын эшкәртеүсе завод төҙөлә. Инвесетиция проектының дөйөм хаҡы 5 миллиард һум. Уны бойомға ашырыу менән бөгөн ҡалаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы яҡындан танышты. Радий Хәбиров республиканың нефтехимия гиганттарының береһе «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының 75 йыллыҡ юбилейына арналаған сараларҙа ҡатнашты. Ҡала көнөндә урындағы халыҡты тәбрикләне. Эш сәфәре барышын БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова күҙәтте.

Был тигеҙлектә тиҙҙән Углеводород газдарын эшкәртеүсе завод ҡалҡып сығасаҡ. Нефть химияһы производствоһының ҡалдыҡ газдары бөгөн яндырыла. Инвестиция проектына ярашлы, ошо газдарҙы эшкәртеүсе донъялағы тәүге производство төҙөләсәк. Инвестициялар күләме 5млдр һум, завод сығарған продукт оборона сәнәғәтенән алып , фармацевиикаға тиклем ҡулланыласаҡ.

Алға иҡтисади зонаһының иң ҙур проекты - синтетик юғары май спирттары етештереү заводы» Төҙөлөш барышы менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты. Киләсәктә 400 кеше өсөн эш урындары булдырасаҡ проектының инвестиция күләме 20 млдр һум, предприятиены 2025 йылдың икенсе кварталында асырға ниәтләйҙәр.

Импортты алмаштырыу Рәсәйҙә өҫтөнлөк лө йүнәлештәрҙең береһе. Иҡтисади зонала Дизель яғыулығы өсөн махсус ҡатнашмалар етештереүсе заводы төҙөлә. Тулы ҡеүәткә сығыу менән компания илебеҙҙәге дизель присадкалары баҙарының 30-40 процентын биләргә ниәтләй. Әле был төр тауарҙың 20 проценты импортҡа тура килә.

Артабан Газпром Нефтехим Салауат предприятиеһында Алға иҡтисади зонаһы күҙәтеү советының 4се ултырышы үтте. Ишимбай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында урынлашҡан иҡтисади биләмәнең дөйөм майҙаны 763 гектар, бөгөн йылдам үҫешкән зонала 20 президент 65 миллиард һумға үҙ проекттарын ғәмәлгә ашыра.

Ултырыштан һуң хеҙмәт алдынғылары дәүләт һәм ведомство наградаларын менән бүләкләнде. Артабан Радий Хәбиров каталитик крекинг комплексында булды. Урында тауар бензины һәм шыйыҡландырылған углеводород газдары эшкәртелә.

Республикала башлығы Радий Хәбиров ҡала көнө уңайынан Салауат халҡын байрам менән ҡотланы, Хеҙмәт алдынғылары на дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Лилиә Мәҡсүтова