Үҫешкә этәргес. Санкт петербургта ойошторолған Башҡортостан көндәрендә республиканың иҡтисади, инвестиция, туристик, мәҙәни ҡеүәте күрһәтелә. Бөгөн ике төбәк предприятиелары араһында эшлекле һөйләшеүҙәруҙғарылды, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ үҙәк майҙанда ҡалала йәшәүселәр һәм туристар башкорт ҡунаҡсыллығына шаһит булды. Илдең төньяҡ баш ҡалаһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Илдең төньяҡ баш ҡалаһы һәм Башҡортостан араһында тауар әйләнеше миллиард һумдан ашыу. Санкт петербургта фармацевтика кластеры үҫешкән, шуға сумманың күп өлөшө медицина препараттары өлөшөнә тура килә. Башҡортостан сәнәғәт предприятиелары өсөн ҙур ҡалала үҫеш мөмкинлектәре киң, баҙарҙы тейешенсә өйрәнергә ваҡыт. Ике яҡтың сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында килешеү төҙөлөүе - үҫеш нөктәләре булдырыуға этәргес.
Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһында теркәлгән предприятиеларҙың презентацияһы үтте. Яҡтар араһында бизнес хеҙмәттәшлекте көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Ошо маҡсатта битуби һөйләшеүҙәр уҙғарылды. Сараға 150-нән ашыу эшҡыуар саҡырылғайны. Санкт -Петербург һәм Ленинград өлкәһе бизнес берләшмәһендә Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ ҙа булды
Берҙәм проекттар өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Санкт петербургта ойошторолған Башҡортостан көндәре сиктәрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһын булдырыу ҡаралған.
Башҡорт балы, ҡымыҙ һәм сәк-сәк. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек менән Санкт-Петербург халҡы яҡшы таныш. Шуға ҡала үҙәгендә республика көндәре үтеүен белгәс тә, күптәр эшен ҡалдырып, үҙәк майҙанға килә. Бында ҙур йәрминкә ойошторолған. Башҡорт ҡунаҡсыллығы, республиканың туристик мөмкинлектәре күрһәтелә
Санкт-Петербургтың Дәүләт академия капеллаһының ихаталарында Башҡортостан мәҙәниәте буйлап сәйәхәткә маршрут һалынған. Һәр кем башҡортоттрҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡ кәсептәре менән таныша ала. Балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, милли биҙәүестәр, музыка ҡоралдары яһау, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Этноихата «Күскенселәр иле-риүәйәттәр төбәге» тип исемләнгән. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы етәкселеге билдәләүенсә, Санкт петербург халҡына ҙур мәҙәни программа әҙерләнгән, саралар 27 авгуска тиклем бара
Гөлназ Хәйбуллина