Бүздәктә республиканың иң ҙур бәлеше бешерелде

Диаметры 140 сантиметр, ауырлығы 185 килограмм. Бүздәк ауылында республиканың иң ҙур бәлеше бешерелде. Рекорд райондың туризм брендына әйләнгән «Бәлешфест» байрамында ҡуйылды. Гастрономия байрамында БЮТ хәбәрселәре лә ҡатнашты.

Итлеһе, ҡабаҡлыһы, дөгөлөһө. Бүздәктә бәлештең ниндәй генә төрөн бешермәйҙәр. Хатта башҡа һыймағанды ла ҡамырға төрәләр. Бүздәк бәлеше даны райондан ситтә лә таралған. Ризыҡ тәменең сере ябай, ти ашнаҡсылар. Яҡшы кәйеф һәм үҙ эшеңде яратыу.

Тап үҙ эшен яратҡандар ғына бәлеш бешереү өсөн төн йоҡламауы мөмкин. Таңғы биштә тороп картуф ҡаҙып алыу, ҡояш ҡалҡҡансы ҡамыр әҙерләп ҡуйыу. Барыһы ла бәлеште мейескә тығыу алдынан ғына башҡарыла. Шул саҡта ғына уны телде йоторлоҡ итеп бешереү, мөмкин. Фестивалдең төп һыйы , 140 сантиметрлыҡ бәлеште лә ҡунаҡтар килер алдынан мейестән сығарҙылар.

Бәлештең төрлөлөгенән өҫтәлдәр һығылып тора. Бүздәктәр ҡунаҡтарға был ризыҡтың ғына йөҙ төрөн тәҡдим итә. Шулай ҙа табын түрендә һәр милләттең үҙ бәлеше. Сыуаш милләте уны мәҫәлән бойҙай ҡушып бешерә.

Ә мордва халҡында бәлешкә тауыҡты тотошлайы менән һалып бешерәләр. Шуға күрә ул тауҙай ҡалҡын , өҫтәл түрендә әллә ҡайҙан күренеп тора. Хәйер, бәлештең урыны ла түрҙә, ти ашнаҡсылар.

Бәлеш берәү, ә уны ашаусылар күмәк. Шуға күрә был ризыҡты дуҫлыҡ һыйы, тиҙәр. Бәлешфест фестивалендә был хәҡикәт асыҡ сағыла.

Алтынсы йыл рәттән уҙғарылған фестиваль райондың туризм брендына әйләнде. Байрамда «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында сәйәхәт итеүсе өлкән йәштәгеләрҙең ҡатнашыуы ла быға асыҡ дәлил.

Тәмле бәлеш ашағандан һуң уйнарға, йырлап-бейергә лә ярай. Фестиваль кискә тиклем дауам итте. Ләкин бешерелгән ризыҡтарҙы бер көндә генә ашап бөтөрөрлөк түгел. Бүздәктәр бәлеште тотош республиканы һыйларлыҡ итеп бешерә. Шуға күрә киләһе йылда килгән ҡунаҡтарҙың тағы ла күберәк булыуына өмөт итә.

Айнур Кәбиров