Санкт-Петербурта Башҡортостан Республикаһы көндәре башланды

Уның барышында  бизнесмендар  өсөн майҙансыҡтар ойошторолдо.  Уларҙа  140 предприятие  ҡатнашты. Шулай  уҡ Башҡортостан тауарҙары  йәрминкәһе эшләй, аш-һыу фестивале бара.  Дәүләт академия  капеллаһы биләмәһендә  мәҙәни программа  ойошторолған. -Бындай ҙур,  ҡыҙыҡлы, мәҙәни саралар Башҡортостан һәм  Санкт-Петербург араһында  хеҙмәттәшлекте  нығытыу  мөмкинлеге бирә. Беҙҙең мәҙәниәт, йолалар менән танышыусыларҙың беҙгә  килеүҙәрен көтәбеҙ, тип  хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Санкт-Петербургтағы Һарай  майҙанында  башҡорт халҡының  мәҙәниәтен, аш-һыуын, көнкүрешен сағылдырған биш тирмә  ҡоролған.