Башҡортостанда иген баҫыуҙарының өстән ике өлөшө урылған

 Бөгөнгә  2 миллион  200 мең тонна  уңыш йыйылған.  Һәр гектарҙан  20 центнер алына.  Ауыл хужалығы  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ,  Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы  һәм  Дәүләкән райондарында уңыш юғары.  Башҡортостанда  иген һәм ҡуҙаҡлы  культуралар  1 миллион  720 мең гектарҙа сәселгән.  Шулай уҡ  майлы  культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө  баҫыуҙары  бар.