Башҡортостан йәмәғәт палатаһында һайлау кампанияһы өсөн күҙәтеүселәр әҙерләнде

  Берҙәм тауыш биреү  көнөндә  улар  3 мең 273 участка һайлау комиссияһында  эшләй.  Күҙәтеүселәр араһында  төрлө  йәштәге  төрлө  һөнәр  эйәләре  бар.  Уларҙың төп маҡсаты -  һайлауҙың  законға  ярашлы  уҙғарылыуын,  тауыш биреүселәр хоҡуҡтары үтәлешен  күҙәтеү.  Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө 10 сентябргә  тура  килә.  Башҡортостанда  парламент депутаттары  һайлана.