Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Биохимия һәм генетика институты етәксеһе Эльза Хөснөтдинова ҡаҙаныштары рейтингта юғары баһаланды. Алдынғы генетик менән БЮТ хәбәрсеһе Илүзә Вәлитова осрашты.
Рәсәй фәндәр академияһының Өфө биохимия һәм генетика институтында эшләүсе ғалимдар лаборатор ысул менән яман шеш сирҙәрен өйрәнең меннә шөғөлләнә. Был тикшеренеүҙәр һәр пациентты дауалауҙа дөрөҫ юл табыу өсөн мотлаҡ. Институт етәксеһе Эльза Хөснөтдинова бөгөн Рәсәйҙең алдынғы 5 генетигы исемлегенә ингән. Уның иң ҙур асыштарының береһе - амплификатор аппаратында муковисцидоз сиренең үҫеше өсөн яуаплы гендың мутацияһын билдәләү. Ғалимә әйтеүенсә, заманса ҡорамалдар ярҙамында тикшеренеүҙәр күпкә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ башҡарыла.
Яңы асыласаҡ лабораторияның маҡсаты - нәҫелдән күскән һәм башҡа бик күп сирҙәрҙең молекуляр-генетик нигеҙҙәрен асыҡлау. Тикшеренеү эштәре быйыл декабрҙә башлана.Ғалимдар фекеренсә, уларҙың һөҙөмтәләре нәҫел сирҙәре һәм башҡа ауыр диагноздарҙы алдан иҫкәртеү мөмкинлеге бирәсәк.
Илүзә Вәлитова