Иглин районы пенсионерҙары «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса Бөрө ҡалаһында булды

Иглин районы пенсионерҙары Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән тормошҡа ашырылған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса Бөрө ҡалаһында булды.

Экскурсия барышында хаҡлы ялдағылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап йәйәүләп үтте, төбәктең иҫтәлекле урындары менән танышты. Боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһының тарихи биналары һәм хозур тәбиғәт мөйөштәрен күреү экскурсияла ҡатнашыусыларҙа сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Троицк кафедраль соборы, Михаил-АрхангеЛ ҡорамы, легенда буйынса ҡаланы һәләкәттән ҡотҡарған Сәүкәле тау һәм башҡа иҫтәлекле урындар тарихын Иглин пенсионерҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.