Ҙур байрамға әйләнгән сарала урындағы үҙешмәкәр коллективтар концерт тәҡдим итте. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Тарих, мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәр - ул халыҡ күңеле, уның милли үҙенсәлек нигеҙе. Был мираҫ менән танышыу ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булһын өсөн Ибрай ауылында күп функциялы клуб үҙ ишектәрен асты. 135 урынға иҫәпләнгән клуб ауылдың мәҙәни үҙәге, күләмле сараларҙы үткәреү урыны ғына түгел, бында ижад менән шөғөлләнеүҙән тыш, балалар өсөн уйын бүлмәләре, белем алыу өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Ә ҡул оҫталары өсөн яңы станоктар урынлаштырылған.
Ауыл Мәҙәниәт усағының матди-техник базаһы нығытылған - заманса яҡтыртыу һәм музыка ҡоролмалары ҡуйылған, тамаша залы уңайлы ултырғыстар менән йыһазландырылған. Урындағы сәхнә йондоҙҙары өсөн яңы костюмдар тегелгән. Бында башҡорт халҡының мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, фольклорҙы өйрәнеүгә һәм кәсептәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтелгән студия эшләй башланы. Икенсе ҡатта китапхана урынлашҡан.
Ибрай мәҙәниәт йорто асылыу менән Ҡыйғы районында күп функциялы ауыл клубтары һаны бишәүгә еткән.
Ибрай Мәҙәниәт йортонан тыш, Абзай, Вәкияр, Дүшәмбикә, Кандаковка ауылдары клубтарына ла музыка ҡоролмалары һатып алынған. Милләтте ҡабатланмаҫ иткән мәҙәниәт һәр кемдең тормошонда булырға тейеш, тигән фекерҙә ҡыйғылар.
Әлфинә Килдейәрова