Баш ҡалала ике көн дауам иткән сарала 40-тан ашыу спектакль күрһәтелә Урам театрҙары байрамы уңайынан Өфө үҙәгендә карнавал маршы үтте. Артабан, Рәсәй ҡалаларынан йыйылған урам театрҙары үҙҙәренең спектаклдәрен күрһәтәтте. 2019-сы йылдан үткән фестиваль быға тиклем Ҡала көнөн байрам итеү ваҡытында ойошторола ине.