Эшлекле Форум барышында төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре тәҡдим ителде, мәғариф, мәҙәниәт, туризм өлкәләре буйынса мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Дәүләт академия капеллаһы ихаталарында башҡорт халҡының йола, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелһә, Төп майҙанда Башҡортостан артистары ҙур концерт программаһы ҡуйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Петропавловск ҡәлғәһендә туптан атып, символик рәүештә - Санкт петербургта Башҡортостан көндәренә старт бирелде. Яуаплы бурыс республика башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылды. Артиллерия Залптары яһау 18-се быуаттан ҡалған йола. Петр беренсе бойороғо буйынса улар урындағы халыҡты көндөҙгө эштәр башланыуы һәм тамамланыуы тураһында иҫкәрткән.
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Санкт Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашып, иҡтисад, социаль өлкәләрҙә берҙәм проекттар тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен ҡараны. 2024-2027 йылдарға Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса юл картаһы - саралар планына ҡул ҡуйылды.
Санкт петербург етәкселеге Башҡортостан көндәре уҙғарыуҙа ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Сараны асыу тантанаһы Эрмитаждың Баш штабында ойошторолдо. Ошонда уҡ «Төбәк-ара партнерлыҡ - биләмәләр үҫешенең нигеҙе» темаһына пленар ултырыш үтте.
Башҡортостан милли инвестиция рейтингында 4 урынды биләй, ҡара алтын, ер аҫты ҡаҙылмалары менән дан тота. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров эшлекле программала ҡатнашыусыларҙы Төбәктең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырҙы
Сара сиктәрендә Башҡортостан һәм донъялағы иң ҙур художество һәм мәҙәни-тарихи музей - Эрмитаж менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Ғөмүмән, федераль кимәлдәге мәҙәниәт учреждениелары менән берҙәм эшләү бурысы ҡуйылған. Башҡортостан көндәре сиктәрендә Арктика һәм антарктида музейында Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы экспозицияһы асылыуы ла - уңышлы башланғыстарҙың береһе, күсмә күргәҙмә 30 сентябргә тиклем эшләй
Башҡортостан көндәрендә Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында белем алған яҡташтарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашты. Мәғариф һәм фән үҫеше лә хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе
Башҡортостан делегацияһы илдең төньяҡ баш ҡалаһында парк һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү тәжрибәһен өйрәнде. Шулай уҡ сара сиктәрендә Республиканың туристик мөмкинлектәре күрһәтелде.
Башҡортостан көндәре сиктәрендә ҡаланың төп майҙанында «Ҡаҙ һәм бал» тип исемләнгән гастрофестиваль, халыҡ кәсептәре өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡортостан дуҫтарын йыя тип исемләнгән сағыу концерт иһә республиканың өс йөҙҙән ашыу сәхнә оҫтаһын берләштерҙе.
Гөлназ Хәйбуллина