Күләмле бәйгенең финалы Совет майҙанында Рәсәйй геройы, 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов һәм Ватан өсөн һуғышта башын һалғандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль комплекс янындағы майҙанда ҡуйылған сәхнәлә үтте. Өс этаптан торған бәйгегә илдең төрлө төбәктәренән 120 ашыу ғариза ҡабул ителгән. Конкурста ҡатнашыу өсөн йәш буйынса сикләүҙәр юҡ, ҡатнашыу - бушлай. Йәрмәкәй районы коллективы «Беҙ китәбеҙ армияға» йыры менән сығыш яһаны.
Проекттың маҡсаты - патриотик йыр жанрын тергеҙеү һәм популярлаштырыу, балаларҙа һәм йәштәрҙә илһөйәрлек рухын тәрбиәләү. Гала концерт ике көнгә иҫәпләнгән, унда Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары - Ольга Кормухина, Денис Майданов, Мәрйәм Мирабова, кеүек эстрада йондоҙҙары ҡатнаша.