Башҡортостан һыу системаларын яңыртыу өсөн өҫтәмә аҡса ала

Премьер-министр  Михаил Мишустин ошо турала документҡа  ҡул  ҡуйҙы. Уның менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Өҫтәмә  субсидия 11 төбәк өсөн ҡаралған. 843 миллион  һум бүленә.  Федераль аҡса "Таҙа һыу" проектына  йүнәлтелә. 2024 йылға  тиклем  илдә  халыҡтың 88,8 процентын үҙәк һыу системаһынан тәьмин итеү маҡсаты  ҡуйыла.