Өфөлә Спорттың милли һәм Олимпия булмаған төрҙәре буйынса халыҡ-ара уйындар тамамланды

Баш ҡаланың 5 спорт обьектында уҙған ярыштарҙа Европа, Азия  һәм Африканың 28 иленән 700-ҙән ашыу спортсы  ҡатнашты.  Армрестлинг, гер күтәреү, арҡан тартыу, полиатлон, бысаҡ ырғытыу, компьютер спортында  иң яҡшылар асыҡланды.  Рәсәй йыйылма командаһы составында  14 сығыш яһаны, шуларҙың 7-әүһе - Башҡортостандан вәкилдәре.