«Халыҡ фронты» йәмәғәт ойошмаһы суррогат алкоголь һатыуҙы сикләгән

Сираттағы законһыҙ сауҙа нөктәһе Ҡулса урамы 134-се йорт янында урынлашҡан булған. Суррогат иҫерткес эсемлектәр һәм тәмәке һатыу тураһында урында йәшәүселәр хәбәр иткән. Нөктәлә төнгө сәғәттәрҙә ярты литрлыҡ шешәләргә тултырылған араҡыны 100 һумға һатҡандар. Рейд һөҙөмтәһендә 70 литр иҫерткес продукция һәм 80 ҡап тәмәке тартып алынған. Уларҙың тышында махсус маркировкалары булмаған.

Билдәһеҙ шыйыҡса һалынған шешәләрҙе тәүҙә үҙебеҙ һатып алдыҡ. Уның законһыҙ рәүештә һатылғанына инанғас, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре саҡырылды, протоколдар төҙөлдө. Әле осраҡ буйынса тикшереү алып барыла. Хәлде контролдә тотасаҡбыҙ.

Рөстәм Сәләхетдинов, «Халыҡ фронты» ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе координаторы