Бөрө тарих музейында тарихсы Нияз Мәжитов иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Экспозицияла уның тормош юлы, фәнни эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Фотоһүрәттәр менән байытылған күргәҙмә республиканың башҡа төбәктәрендә лә ойоштороласаҡ. Нияз Мәжитов Өфө-2, Бөрө һәм башҡа ҡәберлектәрҙе өйрәнеүсе археолог булараҡ билдәле. Уның эштәрен бөгөн уҡыусылары дауам итә.

Оҫта лектор, төплө фәнни эштәр авторының ғилми асыштары төбәк тарихын өйрәнеүҙә оло әһәмиәткә эйә. Әйткәйндәй, быйыл Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ул белем алған Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимнгазия-интернатында шәхес исемендәге кабинет асыу, ғилми хеҙмәттәрен баҫтырыу, «Мәжитов уҡыуҙары» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ойоштороу күҙаллана.

Ул бик егәрле кеше ине. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшенә ғашиҡ булды. Уның ҡыҙыҡлы мәҡәләләрен көтөп ала торғайныҡ. Ббеҙҙең, тарихсылар, өсөн үрнәк булып торҙо. Ниндәй генә юғары ҡаҙаныштарға ирешеүенә ҡарамаҫтан, Нияз Абдулхаҡ улы һәр ваҡыт ябай кеше булып ҡала белде.

Илдар Аҡбулатов, Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалы кафедраһы доценты