Радий Хәбиров Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрен ойоштороусыларға, артистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 25 августан 27-нә тиклем дауам иткән сараға 115 меңдән ашыу кеше килгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төньяҡ баш ҡалаһында республиканың иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәре тәҡдим ителде, төбәк предприятилары тарафынан йөҙҙән ашыу бизнес-осрашыу уҙғарылды. Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Эрмитажы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре сиктәрендә ойошторолған мәҙәни программа менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Санкт-Петербургтың төп майҙанында «Башҡортостан дуҫтарын йыя» тип исемләнгән ҙур концерт ҡуйылды. Мәҙәни сарала Милли симфоник оркестр, ғәскәровсылар, опера һәм эстрада йондоҙҙары - барлығы өс йөҙҙән ашыу артист ҡатнашты. Республика башлығы Радий Хәбиров илдең төрлө төбәктәренән йыйылған тамашасыларҙы сәләмләп, берҙәм булырға саҡырҙы.
Махсус ҡунаҡтар булараҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Дилара Иҙрисова саҡырылғайны. Николай Басков иһә сараның хедлайнеры булды.
Башҡорт балы, ҡымыҙ һәм сәк-сәк. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек менән Санкт-Петербург халҡы яҡшы таныш. Шуға ҡала үҙәгендә республика көндәре уҙғарылыуын белгәс тә, күптәр эшен ҡалдырып, үҙәк майҙанға килде. Бында республика тауарҙары йәрминкәһе, гастрофестиваль үтте.
Санкт-Петербургта Башҡортостандың еңел сәнәғәт ҡеүәте лә күрһәтелде. Тиҫтәнән ашыу кейем бренды коллекцияһы халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде. Сағыу, милли колоритлы шоу программа менән байытылған мода сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Алтмыш йыллыҡ тарихы булған «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының ҡаҙаныштары айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Эшлекле, этностилдәге кейемдәр булһынмы, спорт костюмдарымы - Башҡортостан еңел сәнәғәте үҫеш, яңылыҡтар, инновацияларға ынтыла.
Санкт-Петербург - Рәсәйҙең генә түгел, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең дә мәҙәни баш ҡалаһы иҫәпләнә. Башҡортостан көндәрен уҙғарыуҙа ла ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Күперҙәр ҡалаһында төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә дуҫлыҡ күпере һалынды. Киләһе йыл бында Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар уҙғарыу планлаштырыла.
Гөлназ Хәйбуллина