Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Өфөлә яңы аппарат ярҙамында сираттағы рейдҡа сыҡты. Бөгөн сара Менделеев урамында алып барылды. Уның барышында закон талабын үтәмәүсе такси автомобилдәре тикшерелде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Баш ҡаланың Менделеев урамы. Салауат Юлаев һәм Октябрь проспекттары кеүек үк бында ла автомобиль ағымы көслө. Йәмәғәт транспорты менән бергә, бер ниндәй ҙә махсус билдәһе булмаған таксиҙар ҙа елдерә. Бөгөнгө рейд тап шундай водителдәрҙе асыҡлауға арналды. Ҡыҙғанысҡа, ҡануни талаптарҙы инҡар итеүселәр юҡ түгел.
Ҡағиҙә боҙоусы водителдәр юлдарҙа махсус ҡоролма ярҙамында асыҡлана. Тәүҙә автомобилдәр дәүләт номерҙары буйынса билдәләнә һәм уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Артабан протокол төҙөлә. Такси хеҙмәте күрһәтеүгә рөхсәт алған, әммә машинаһына был турала бер ниндәй ҙә билдә ҡуймаған, һары фонарь йөрөтмәгән, лицензияһыҙ эш иткән өсөн штраф түләргә тура киләсәк.
Махсус ҡоролмалар ведомство белгестәре тарафынан тәүгә һынала. Әлегә тик баш ҡала биләмәһендә генә. Яңылыҡ үҙен аҡлаған хәлдә, ҡоролмалар республика кимәлендә лә ҡулланыласаҡ.
Азат Ғәлиуллин