Баш ҡала урамдарына айыу сыҡҡан

Тайыштабанды Шаҡша биҫтәһендә күргәндәр. Видеояҙмаһы социаль селтәрҙә тарала.

Кадр артында ҡатын һәм бала тауышы ишетелә. Әсәһе ҡыҙын, «Ул бит беҙҙе тешләүе ихтимал, тиҙерәк балам өйгә инәйек» тип иҫкәртә.

Ваҡиға урынына тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре лә барған. Улар билдәләүенсә, айыу яҡынса йәш ярымлыҡ. Урман хужаһы ҡала урамдарына, аҙыҡ эҙләп сыҡҡан булыуы ихтимал. Шаҡша биҫтәһен бер аҙ ҡыҙҙырғандан һуң, айыу Базилеевка ауылы йүнәлешендә урманға инеп юғалған, кешеләргә зыян килтермәгән.