Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә суррогат алкоголь һатыусылар менән көрәште көсәйтергә ҡушты

Аҙ ғына уяулыҡты кәметһәк, улар килеп тә сыға. Күрәһең, килемле бизнес. Әммә беҙ уларҙы юҡ итәсәкбеҙ. Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә суррогат алкоголь һатыусылар менән көрәште көсәйтергә ҡушты. Илдең төрлө төбәктәрендә ялған спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу осраҡтары теркәлеп тора. Башҡортостан был афәт менән етди көрәш алып бара. Һөҙөмтәләр бар, әммә баҫымды кәметергә ярамай, тине республика башлығы. Суррогат һатыусылар менән көрәш тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажы.

Ни бары йөҙ һум һәм билдәһеҙ шыйыҡса ҡулда. Егеттәр уны эсергә түгел, ә контроль өсөн һатып ала. Шул саҡта ғына сауҙа итеүселәргә ҡаршы ниндәйҙер эш асырға мөмкин. Артабан инде хоҡуҡ һаҡсыларҙың эше.

Билдәһеҙ шыйыҡса һалынған шешәләрҙе тәүҙә үҙебеҙ һатып алдыҡ. Уның законһыҙ рәүештә һатылғанына инанғас, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре саҡырылды, протоколдар төҙөлдө. Әле осраҡ буйынса тикшереү алып барыла. Хәлде контролдә тотасаҡбыҙ.

Рөстәм Сәләхетдинов, «Халыҡ фронты» ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе координаторы

Баш ҡаланың Ҡулса урамындағы 134-се йорт янында урынлашҡан кибетте тикшереү барышында 70 литр билдәһеҙ шыйыҡса барлығы асыҡланды. Уны һатыусылар үҙҙәре үк шешәләргә тултырып сауҙа иткән. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре етештереүсеһе билдәһеҙ булған 80 ҡап тәмәке лә тапҡан. Бындай рейдтар һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Республика ялған алкоголдән ағыуланыусылар һаны кәмеүе буйынса яҡшылар исемлеген етәкләй.

Радий Хәбиров суррогат һатыусылар менән көрәште тағы ла көсәйтергә ҡушты. Баҫымды кәметеү менән улар тағы ла баш ҡалҡыта башлаясаҡ, тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров йәмғиәтте борсоған башҡа ҡара таптарға ла тейешле иғтибар бирергә ҡушты. Ул да булһа яҡтыртылмаған урындар. Урамдарға ут үткәреү эшен Радий Хәбиров республикаға етәкселек итә башлау менән йәнләндергәйне. Ләкин һаманғаса яҡтыртылмаған, иҫке лампалар урынлаштырылған урамдар бар.

Төп иғтибар был аҙнаның иң мөһим байрамы-1-се сентябргә әҙерлек эшенә. Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда 2 полилингваль мәктәп асыла. Тағы ике белем усағы төҙөкләндерелгәндән һуң полилингваль статусын аласаҡ. Был мәктәптәрҙе йыһазландырыу һуңғы технологиялар буйынса башҡарылырға тейеш. Ни тиһәң дә алдынғы белем усаҡтары булыуы белем сифатына ла юғары кимәл бирә. Киләсәктә Башҡортостан башлығы мәктәптәрен булдырыу ҙа ҡарала , тине Радий Хәбиров.

Айнур Кәбиров