2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә урман хужалығының яңыртылған дәүләт реестры эшләй башлай

«Һанлы урман» концепцияһына ярашлы, оҙаҡ йылдар тупланған мәғлүмәтте һанлаштырыу көтөлә. Яңы реестрҙа урман хужалығы ойошмалары күрһәткән дәүләт хеҙмәттәренең бер өлөшө электрон төргә күсерелә. Рәсәйҙә электрон рәүештә бирелгән күсермәләр һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән һуң 2-се урында килә. Һанлаштырыу урман хужалығын һаҡлау, тармаҡ белгестәренең эшен еңелләштереү өсөн ойошторола.