Нефтекама 60 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алды

Юбилей датаһы уңайынан ҡаланың Үҙәк майҙанында мәҙәни-спорт саралары үтте. Урындағы халыҡты республиканың билдәле артистары йыр-бейеүҙәре менән тәбрикләне, шулай уҡ биләмәлә төрлө милләт халыҡтарының ихаталары, халыҡ кәсептәре өлгөләре күргәҙмәһе эшләне, төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Сара сиктәрендә ике йөҙ килограммлыҡ «Ҡырмыҫҡа иләүе» торты ла бешерелде. Байрам ҡунаҡтары «Йондоҙ менән зарядка» акцияһында, велоуҙышта ҡатнашты.

Беҙ балалар баҡсаһы командаһы булараҡ велоуҙышҡа сағыу төҫтәрҙә кейенеп килдек. Ҡояшлы көндә кәйефтәр ҙә күтәренке, яҡшы. Яратҡан ҡалабыҙҙы юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Рүзилә Рамаҙанова

Нефтекама ҡалаһында ойошторолған байрам сараһында Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да ҡатнашты. Эш сәфәре барышында ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам Үҙәгендә булды, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары менән аралашты.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге тәүгеләрҙән булып Нефтекамала асылғайны. Бөгөн ул уңышлы эшләй, бында «Ватан һаҡсылары» Дәүләт фондының социаль координаторҙары халыҡҡа аңлатыу эше алып бара. Шул уҡ ваҡытта битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуы ҡыуандыра, мәрхәмәтлек саралары булһынмы, гуманитар ылау йыйыумы - һәр кем энергияһын, көсөн йәлләмәй хәстәрлек күрһәтә.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе