Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 83 йыл. Башҡортостандың тәүге нефть табылған төбәге -Юрматы ерендә ҙур байрам саралары бер-нисә көн дауам итте. Тантаналарҙың иң мөһимдәренән, халыҡсан ретро-шлягер конкурсы гала-концертына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Илебеҙгә «ҡара алтын» сығарыусы төбәк Башҡортостандың мөһим иҡтисади үҙәктәренең береһе. Бында завод, фабрикалар уңышлы эшләй, эшҡыуарлыҡ үҫешә. Тантанала Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов ҡала халҡын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләп, ишембайҙарҙың ҡала байрамын социаль-иҡтисади өлкәлә юғары күрһәткестәр менән ҡаршылауын билдәләне.
Ҙур сәхнәлә Республика һәм район үҫешенә фиҙәҡәр хеҙмәте менән тос өлөш индереүсе хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. «Батырлыҡ» ордены илебеҙ өсөн һынылышлы осорҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир Азат Насировтың ҡатынына тапшырылды.
Ретро йырҙар конкурсына 130-ҙан ашыу заявка ҡабул ителгән булған. Еңеүселәргә дипломдар, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Гран-при яулаусыға төп бүләк - Рәсәйҙә етештерелгән «Лада-гранта» автомобиле әҙерләнгән.
Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайы солисы Рәфис Ишбаев Радик Гәрәев репертуарынан Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов яҙған «Һуң түгелдер» йырын һайлаған. Тамашасы күңеленең иң нескә ҡылдарын тирбәтеүсене абруйлы жюри бер тауыштан еңеүсе тип иғлан итте. Мәртәбәле конкурстағы уңышын ижадсы Баймаҡта йәшәүсе әсәһе Венера Әғзәм ҡыҙына арнаны.
«Ретро-шлягер» конкусының географияһы ла бай. Мәскәү өлкәһенән Аннет Ғибәҙуллина икенсе дәрәжә диплом яуланы. Ретро йырҙарҙы башҡарыуҙа беренсе баҫҡысҡа ут күршеләре Михаил Казанов, Өфөнән Юлиә Мәрҙәмшина күтәрелде. Бағыусылар 20 номинация еңеүселәрен дә тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ҡала байрамында лотерея билеттары ла уйнатылды. Бәхет йылмайыусылар тормош-көнкүрештә кәрәкле техника отоп һөйөнһә, иң шәп бүләк - сағыу ҡыҙыл төҫтәге һыуытҡыс булды.
Совет дәүерендәге өҫ-баш кейемдәренән дефиле күренешенә лә Ишембайҙар төплө әҙерләнгән.
Байрамда тырыш, уңған халыҡ йәшәгән төбәк халҡы рәхәтләнеп күңел асты. Күптәр сәхнәлә сығыш яһаусы артистарға ҡушылып йырлап, йәшлек йылдарын иҫкә алды.
«Ретро-шлягер» асыҡ конкурсы яңы йондоҙҙар асты. Ойоштороусылар киләсәктә был конкурсты тағы ла күләмлерәк итеп үткәрергә ниәтләй.
Тәүге нефть фонтаны урғылған төбәк Ишембайҙа ҡала байрамы ҡабатланмаҫ хистәр, көй-моңдарға сорналды. Сараның иң сағыу өлөшө әлбиттә ретро-йырҙарҙан торған гала-концерт программаһы булды. Тыуған илебеҙ тарихында ҡабатланмаҫ миҙгелдәрҙе сәхнәләштереүселәр халыҡҡа рухлы моң байрамы бүләк итте.
Гүзәл Борханова