Республика предприятиеларын Ҡаҙағстанға саҡыралар

Бизнес-сәфәр  23 сентябрҙә Астана ҡалаһына була. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, Ҡаҙағстан Башҡортостандың  төп партнерҙарының береһе булып ҡала.  Быйыл  ярты йыл тауар әйләнеше  4,4 процентҡа артҡан.  -Ҡаҙағстанға беҙҙән башлыса  химия сәнәғәте  продукцияһы оҙатыла.  Шулай  уҡ  аҙыҡ-түлек,  ағас һатыла. Сауҙаны үҫтереү өсөн һәр ваҡыт яңы мөмкинлектәр эҙләйбеҙ, - тине Маргарита Болычева.