Республикала яҡтыртыу ҡоролмалары алыштырыла - электр энергияһын күп сарыф иткән иҫке лампалар урынына экономиялау мөмкинлеге биргән яңылары ҡуйыла. Бөгөнгә 18 муниципалитетта 52 мең ҡоролма ҡуйылған да инде, сиратта - Өфө һәм Туймазы райондарында тағы ла 35 меңен ҡуйыу. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфөлә яҡтыртыу ҡоролмалары Салауат Юлаев прсопекты менән Гагарин урамында, Сипайлово, Инорс һәм Затон биҫтәләренең шәхси секторында, Черниковкала һәм Нижегородкала яңыртылған. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәргә айырыуса иғтибар бүленә, уларҙың 200-дә эштәр тамамланған, тип белдергән төбәк етәксеһе.