Яңы уҡыу йылынан мәктәп ашханаларында туҡланыу нормалары индерелә

Балаларға ике меню әҙерләнгән. Уларҙа сәләмәт туҡланыу талаптары, диетолог һәм нутрициологтарҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алынған. Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының бүлек етәксеһе Регина Аҡмалова белдерҙе. Мәктәп ашханаһында порциялар балаларҙың йәшенән сығып талап ителгән калорийҙар күләме буйынса иҫәпләгән. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән аш-һыу төрлөләндереп тәҡдим ителә.