Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылы 250 йыллығын ҡаршы алды

Юбилей датаһы уңайынан «Байрам ҡунаҡҡа килә, ҡыуан, халыҡ!» тип исемләнгән мәҙәни сара уҙғарылды. Ауылда йәшәүселәрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүселәр өсөн күңел байрамы. Асыҡ һауалағы сәхнәлә Иглин районы һәм республиканың үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһап, дәртле йырҙары, бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. 250 йыллыҡ тарихы булған ауылда берҙәм халыҡ йәшәй, һәр кемгә кесе Ватаны ҡәҙерле.

Ауылға 1773 йылда нигеҙ һалынған. Өфө һәм Ҡазан өйәҙҙәренән 25 ғаилә күсенеп килгән һәм Лобовка йылғаһы буйында урынлашҡан. 1881 йылда Транссебер магистрале тимер юлы төҙөлә башлауға бәйле улар йәшәү урынын алмаштырырға ҡарар иткән.

Надежда Трофимова, Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүсе

Байрам тантанаһын Сыуаш-Ҡыбау ауыл биләмәһе башлығы Анжелика Тимофеева асты. Ҡотлау һүҙҙәрендә ул Кесе Ватанына тоғро хеҙмәт итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ауылым менән ғорурланам. Байрамға урындағы халыҡ, депутаттар, инициатив төркөм менән бергә етди әҙерләндек. Барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм. Сараға республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҡайтты, ҡыуаныслы ваҡиға.

Анжелика Тимофеева, Сыуаш-Ҡыбау ауыл биләмәһе башлығы

Ауыл халҡы бар мәсьәләләргә лә заманса ҡарай. Иң мөһиме - күңелдәре тулы кесе Ватанға һөйөү. Биләмә йылдам үҫешә, яңынан-яңы йорттар ҡалҡа, йәштәрҙең тыуған яҡта ҡалырға тырышыуы ҡыуаныслы күренеш.

Юрий Михайлов, Башҡортостандың Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе

Байрам сиктәрендә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар урындағы хакимиәттең Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәре менән бүләкләнде. Өлкәндәр һәм йәш парҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Әйткәндәй, биләмәлә ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек предприятиелары ла уңышлы эшләй, Сыуаш-Ҡыбауҙа йәшәүселәр өсөн йөҙҙән ашыу хеҙмәт урыны булдырылған.

Туҡһанынсы йылдарҙа беҙҙең ауылда икмәк менән проблема булғайны, ҡорамалдар һатып алып, икмәк продукцияһы етештерә башланыҡ, магазиндар астыҡ. Продукцияны район буйынса һатыуға сығарҙыҡ. Предприятие бөгөн дә яҡшы күрһәткестәр менән эшләй, коллектив йәш, берҙәм.

Геннадий Семенов, предприятие етәксеһе

Ауылдың 250 йыллығын уҙғарыуҙа урындағы халыҡ күп көс һалған. Биләмә төҙөкләндерелә, йорттар сағыу төҫ ала. Байрам майҙанында сәхнә урынлаштырыла. Ҡунаҡтар өсөн сауҙа рәттәре, декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе әҙерләнә. Ғамил Сафин ағас эше менән егерме йылдан ашыу шөғөлләнә, оҫтаның коллекцияһында йәнһүрәт геройҙары ла бар.

Байрам көнө балалар өсөн дә күңел асыу программаһы әҙерләнгәйне, төрлө уйындар-конкурстар уҙғарылды. Сара аҙағында Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүселәр былау менән һыйланды.

Гөлназ Хәйбуллина