Ошо уңайҙан Өфөнөң Совет майҙанында тантаналы сара үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Улар йәмәғәт хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы. Шуға ла эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Йыл башынан ғына патруль-пост хеҙмәте 377 енәйәт эшен асыҡлаған, 20 меңдән ашыу тәртип боҙоусы ҡулға алынған. Әлбиттә, полиция хеҙмәткәрҙәренең бурысы хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлауға ғына ҡайтып ҡалмай, күп осраҡта улар халыҡҡа ярҙам да итә.
Күптәр өсөн патруль-пост хеҙмәте күңел саҡырыуы буйынса һайланған һәнәр генә түгел, атай-олатайҙар һайлаған юлды дауам итеү ҙә булып тора. Эске эштәр министрлығы полковнигы Сәлимйән Юлмөхәмәтов тармаҡҡа 30 йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә сафта.
Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалғандан һуң, тантанала тармаҡ алдынғылары бүләкләнде. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тантанала ҡатнашыусыларҙы республика башлығы исеменән тәбрикләп, Хөкүмәт наградаларын тапшырҙы.
Патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған тантаналы сара парад менән тамамланды. Унда Төньяҡ, Үҙәк һәм Көньяҡ батальондары, кинологтар сығыш яһаны. Республиканың Эске эштәр министрлығы оркестры оҙатыуында махсус автомобилдәр колоннаһы үтте.
Азат Ғәлиуллин