Республика йортонда уҙғарылған «Төҙөлөш сәғәте»ндә алдан раҫланған «юл картаһы» буйынса сараларҙың график буйынса тормошҡа ашырылыуы билдәләнде. Әлегә проблемалы объекттар берҙәм реестрында 31 күп фатирлы торлаҡ иҫәпләнә. Уларҙың 12-һе буйынса эштәр төбәк иҫәбенә тергеҙелгән. Фатир асҡыстарын 1 мең 300 кеше аласаҡ. Атап әйткәндә, һүҙ «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһындағы проблемалы торлаҡ һәм «Госстрой» компаниялар төркөмө объекттары тураһында бара. Бынан тыш, Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса фонд федераль ярҙам менән Өфө районы Миловка ауылында «КилСтройИнвест» компанияһының ике йортон, Өфөлә «Квартал» төҙөлөш ойошмаһының бер торлағын сафҡа индерә. Тағы ла 11 торлаҡ буйынса 388 кеше федераль фондтан аҡсалата компенсация аласаҡ.
Өлөшсөләр булмағанға күрә, ике йортто проблемалы объекттар реестрынан сығарыу планлаштырылған. Ҡалған өс өй буйынса финанслау мәсьәләһе 2023 йылдың өсөнсө кварталында билдәле була.