Төҙөкләндереү эштәре «Һәр баланың уңышы» республика программаһы сиктәрендә башҡарылған. Белем усағының шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Капиталь ремонттан һуң Бишҡурай ауылы мәктәбенең спорт залында тәүге спорт ярыштары үтә. Әле урында краска еҫе лә елләп бөтмәгән. Бинаны төҙөкләндереү менән бер рәттән белем усағында спорт инвентары ла яңыртылған - волейбол һәм баскетбол уйындары өсөн туптар, кәрәк-яраҡтар алынған. Спорт залына уҡыусылар ҙа, ололар ҙа ҙур теләк менән йөрөй.
«Һәр баланың уңышы» республика программаһы сиктәрендә Башҡортостанда спорт залдары ремонтлана. Быйыл республикала 22 зал яңыртылған. 2024 йылға тиклем барлығы 288 спорт залын төҙөкләндереү күҙаллана.
Башҡортостан төҙөлгән һәм ремонтланған спорт объекттары һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Был турала Рәсәй Президентының хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә билдәләнде. Федераль проект буйынса алдағы ике йылда төҙөкләндереләсәк мәктәптәр исемлеге раҫланған. Уға ярашлы республиканан тағы ла 25 мәктәптә капиталь ремонт үткәреү күҙаллана.
Лилиә Мәҡсүтова