«Университеттарҙың технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған бәйгелә 68 төбәктән техник һәм гуманитар йүнәлештәге 236 юғары уҡыу йортонан проекттар тәҡдим ителгәйне. Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранты Владислав Иванов еңеүселәр исемлегенә ингән. Яҡташыбыҙ компьютер селтәренә программа тәьминәте аша берләшкән ҡоролмаларҙың энергия ҡулланыуын кәметеү буйынса проект әҙерләгән. «Студенттар стартабы» конкурсында еңеү яулау был йүнәлештә эште тамамлап, коммерцияға сығарыуға булышлыҡ итәсәк.
«Студенттар стартабы»ның өсөнсө тулҡынында Башҡортостандан алтмыштан ашыу бизнес-идея бер миллион һум күләмендә грант менән тәьмин ителде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле бәйгене ойошороусылар булараҡ Рәсәй фән һәм юғары белем министрлығы, инновацияларға булышлыҡ итеү Фонды сығыш яһай.