Башҡортостан Хөкүмәтендә мәктәптә ашатыуҙы ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Ултырышта район һәм ҡала башлыҡтары ҡатнашты. Төп иғтибар ашатыу сифатына бирелде. Йылдан-йыл етешһеҙлектәр кәмей. Былтыр ата-әсәләрҙән 60-тан ашыу ялыу теркәлһә, быйыл 6 айҙа 15 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Махсус комиссия аш-һыуҙы әҙерләү тәртибендә лә етешһеҙлектәрҙе аҙыраҡ асыҡлаған. Ултырышта ашатыу сифатын артабан яҡшыртыу бурысы ҡуйылды.