2 сентябрҙә уҙасаҡ сарала һөтлө продукцияны тәмләп ҡарау ғына түгел, бәләкәй ферма менән танышырға мөмкин буласаҡ. Унда республиканың төрлө төбәктәренән аграр хужалыҡтар үҙенсәлекле мал тоҡомдары менән таныштырасаҡ. Благовещен районында йәшәүсе Фәрхетдиновтар байрамға иң һөтлө кәзә тоҡомдарын алып киләсәк. Хужалыҡта кәзә һөтөнән ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнәләр. Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Кәзә һөтөнән ҡымыҙ етештереү - Фәрхетдиновтар хужалығында төп йүнәлеш. Һуңғы йылдарҙа өҫтәмә һыйыр һөтө һатып алып, ассортиментты ҡаймаҡ һәм эремсек менән дә байытҡандар. Тик кәзә продукцияһына һорау һәр ваҡыт юғары. Ҡымыҙ цехында эш тынмай. Һөт һауып алынғандан алып, әҙер эсемлекте сығарғансы, яҡынса 3 сәғәт талап ителә.
Кәзә һөтөн сабыйҙарға эсереү кәңәш ителә. Һыйыр һөтө менән сағыштырғанда, унда лактоза кәмерәк. Аллергия бирмәй. Кәзә һөтө организмдың йоғошло сирҙәргә ҡаршы иммунитетын нығыта, хәтерҙе яҡшырта. Шуға ла ҡымыҙҙы ниндәй һөттән етештерергә тигән һорауға Фәрхетдиновтар икеләнмәй яуап бирә.
Әле хужалыҡта 200 кәзә аҫрала, уларҙың 60-ы һауын кәзәһе. Бер кәзә тәүлегенә 3 литр һөт бирә. Мөгөҙлө хайуандарға аҙыҡты ла хужалар үҙҙәре етештерә, бесән әҙерләй. Прдукцияны ауылдаштарына ғына түгел, кибеттәргә һәм шифаханаларға оҙата.
Рәзилә Ғиниәтуллина