1 сентябрҙән Башҡортостан электричкаларында спорт кәрәк-ярағын бушлай йөрөтөп була

Билет алғанда велосипед, самокат, гироскутер, скейтборд, саңғы, сноуборд, балалар санаһы  өсөн айырым түләргә  кәрәкмәй. Бер билет менән бер генә спорт кәрәк-ярағын алырға мөмкин, тип хәбәр итәләр "Башҡортостан ҡала  яны пассажирҙар компанияһы"нан.