Башҡортостанда федераль трасса төҙөлөшөндә импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән пилот проект старт алды

Ҡазан-Екатеринбург М 12 трасса төҙөлөшө үҙебеҙҙә етештерелгән асфальт ҡатнашмаһынан һалына башланы. Дүртөйлө районында биш ауылды урап үтеп төҙөлгән юлды һалыу өсөн заводта сәғәтенә 200 тонна асфальт етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡыҙыу асфальт ҡатламы тигеҙләп юлға һалына. Төҙөлөш белгестәре уның составын ентекле тикшереп, асфальттың сифатын баһалай. Дүртөйлө районында етештерелгән асфальт ҡатнашмаһы Ҡазан-Екатеринбург М 12 трассаһында беренсе тапҡыр һалынды. Пилот проект сиктәрендә импорт тауарҙары урынына Рәсәй сәнәғәтенең иң яҡшы өлгөлөрен файҙаланыу маҡсаты тора.

Асфальт етештереү тәүлек әйләнәһенә, өҙлөкһөҙ дауам итә. Ҡеүәтле бункерҙарҙа битум, ҡом, минераль ҡатнашмалар ҡушылып сифатлы асфальт килеп сыға. Цехта составтың күрһәткестәрен күҙәтеүҙә тотоу өсөн махсус лаборатория эшләй. .

Ҡазан-Екатеринбург заманса трассаһында 15 күпер һәм тиҫтәгә яҡын транспорт үткәүеле, юл буйы сервисы объекттары төҙөлөшө лә ҡаралған. Магистраль Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса төҙөлә. Проект буйынса ғәмәлдәге федераль юл селтәрен төҙөкләндереү һәм яңы участканы 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Яңы юл ярҙамында Өфөнән - Ҡазанға 4, Екатеринбургҡа - 6, Ҡазандан Екатеринбургҡа 7 сәғәт эсендә барып етеп буласаҡ. 136 миллиард һумлыҡ проектты тормошҡа ашырыу водителдәрҙең юлға киткән ваҡытын ҡыҫҡартыу менән бер рәттән, төбәкте хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар менән тәьмин итеүҙә сиратағы ышаныслы аҙым буласаҡ.

Флорида Ким