Баш ҡаланың Октябрь, Совет, Калинин райондарында барлығы 5 осраҡ теркәлгән. Кешеләр зыян күрмәгән. Синоптиктар күҙаллауынса, бөгөн дә республикала елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Ошоға бәйле, белгестәр автомобилдәрҙе ағастар, реклама баннерҙары, юғары ҡоймалар янында ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.