Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы тамамлана

1 июлдә старт алған акция барышында республиканың төрлө ойошма-предприятиелары һәм айырым граждандар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә мәктәп кәрәк-яраҡтары туплауҙа ҡатнашты. Балаларға мәктәп формалары, спорт костюмдары, аяҡ кейемдәре, канцелярия тауарҙары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Иглин районында акцияның һуңғы көндәрендә аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары менән портфелдәр тапшырылды. Быйыл 13 тапҡыр ойошторолған акцияла район халҡы ҙур әүҙемлек күрһәткән.