Өфө, Учалы һәм Нефтекама ҡалаларында йәшлек хаустар асыла. Йәштәр өсөн махсус майҙансыҡтар селтәрен киңәйтеү тураһында Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Әүҙем йәштәр бик уңайлы формат. Бер урында төрлө ойошмалар тупланған, тауыш яҙҙырыу студиялары, коворкингтар, тематик майҙансыҡтар эшләй тип билдәләгән Радий Хәбиров.
Быйыл ошондай урындар Нефтекама, Учалы һәм Өфө ҡалаларында асыла. Әле биналарҙа ремонт бара, ноябрь айында сафҡа индерергә теләйбеҙ. 2024 йылда йәшлек йорттары Күмертау һәм Краснокама райондарында эш башларға тейеш. Унда эштәр март айына тиклем иҫәпләнгән.